Башҡорт теле көнөнә арналған байрам тантанаһы

Декабрь 23, 2022 Просмотров: 24
16 декабрь көнө беҙҙең мәктәбебеҙҙә тел көнөнә арналған ҙур сара үтте. Билдәле ҡунаҡтар саҡырылды. Сарала Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов, билдәле педагог, педагогика фәндәре кандидаты, шағир Фәрүәз Сәйфуллин, Моҡас ауыл биләмәһе башлығы Нияз Атанғолов, “Йәнгүҙәй”әҙәби-ижад берекмәһе ағзаһы Лилиә Илбулова, Төркмән зонаһының “Ихлас” түңәрәге ағзалары, ата-әсәләр, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты