Халыҡ - ара туған Телдәр көнө
Февраль 21, 2024
Просмотров: 37
21 февраль Халыҡ - ара туған Телдәр көнө.Ошо байрам уңайынан Төркмән урта мәктәбендә бик матур сара үтте.Был сараның маҡсаты: халыҡ – ара телдәр көнө тураһында мәғлүмәт биреү, башҡорт теленә ҡарата һөйөү, туған телдәргә ихтирам, ғорурлыҡ тойғолары уятыу, йәш быуында илһөйәрлек,телһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү булды.Байрамды йәмләп ҡунаҡтар ҙа килделәр, "Һаҡмар" гәзите мөхәррире урынбаҫары Азамат Салауат улы Мөхәмәтшин, Моҡас ауылы биләмәһе башлығы Атанғолов Нияз Әхмәр улы.Улар үҙҙәренең сығышында уҡыусыларҙы туған телде онотмаҫҡа, туған телдә һөйләшергә саҡырҙылар.Китапханасы Ирғәлина Дилә Фитрат ҡыҙы башҡорт телендәге баҫмалар менән таныштырып үтте,мәктәп директоры Ҡаһарманова Зәһүрә Сәғәҙәт ҡыҙы телдәр көнөнә арналған шиғырҙар,йырҙар конкурсы еңеүселәрен бүләкләп китте.Уҡыусыларҙың сағыу сығыштарынан һуң,барыһының да күңеленә ятҡан Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын, үҙебеҙҙең әсә телебеҙҙә һөйләшә белеүебеҙ менән ғорурланып “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын бергәләп башҡарҙыҡ.