8 март

Март 8, 2024 Просмотров: 5
Белеүебеҙсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин 2024 йылды илдә “Ғаилә йылы” тип иғлан итте.Ошо уңайҙан мәктәптә “Әсәй, өләсәй,ейәнсәр” исемле конкурс үтте.Конкурста 5 класс уҡыусыһы Фәтхутдинова Фаягөл, 3 класс уҡыусыһы Якупова Миләүшә әсәһе,өләсәһе менән 2 кластан Янгалина Мәликә һәм 7 кластан Янгалина Диниә әсәйҙәре менән ҡатнаштылар.1 урынға Фәтхутдиновалар сыҡты!Афарин!
Беҙҙең саҡырыуыбыҙҙы кире ҡаҡмай килеп ҡатнашыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Иң ҡәҙерле, иң хөрмәтле, иң яҡын кешеләребеҙ –ХӨРМӘТЛЕ ҠАТЫН - ҠЫҘҘАР! Оло бәхет, һулымаҫ матурлыҡ, ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйбеҙ. Йортоғоҙ һәр саҡ йылы, күркәм булһын, ир-аттар һеҙгә күркәм сәскәләрҙе,  иң матур һүҙҙәрҙе һәр ваҡыт бүләк итһен. Тормошоғоҙ тик бәхетле,  яҡты көндәрҙән торһон, ғаилә усағын йылылыҡ һәм муллыҡ менән тултырһын, яратығыҙ, яратылығыҙ, һөйөклө булығыҙ!!!