Ата-әсәләр йыйылышы
2024 йылдың 4 апрелендә Төркмән урта мәктәбендә балиғ булмағандар эше буйынса бүлектең өлкән инспекторы, полиция капитаны Рәфит Фәрит улы Рамазанов менән осрашыу үткәрелде. Профилактик сара , йәш үҙенсәлектәренә ҡарап , өс төркөмдә ойошторолдо.(1-4 кл.,5-8 кл.,9-11 кл.).Рәфит Фәрит улы бик яҡшы итеп юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре, комендант сәғәте, вейп һәм уның зарары, мопед, мотоцикл һәм машинала йөрөгән балиғ булмаған үҫмерҙәрҙе ниндәй язалар көтөүе тураһында бик матур итеп аңлатты.Шулай уҡ уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға бик төплө яуаптар алды. Аҙаҡтан дөйөм ата-әсәләр йыйылышында ошо уҡ темалар менән ата-әсәләргә профилактик әңгәмә үткәрелде. Административ яуаплылыҡтар, ата-әсәләрҙең бурыстары тураһында Рәфит Фәрит улы бик яҡшы, асыҡ итеп аңлаттып үтте. Һорауҙарға яуап алғандан һуң, айырым һөйләшеүсе ата-әсәләрҙә булды.