Халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһында ҡатнаштыҡ

Апрель 27, 2024 Просмотров: 80

27 апрелдә беҙҙең мәктәп уҡыусылары уҡытыусылар менән берлектә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһында ҡатнашты. Был мөһим саранан мәктәп хеҙмәткәрҙәре һәм ата-әсәләрҙә ситтә ҡалманы.
Был акция Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Башҡорт телен үҫтереү һәм яҡлау фонды, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан йыл һайын ойошторола. Диктанттың маҡсаты — башҡорт теленә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уятыу, туған телде өйрәнеүгә киң йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, тел мәҙәниәтен үҫтереү.