Төркмән мәктәбенә 100 йыл

Июнь 14, 2024 Просмотров: 491
Төркмән мәктәбенең 100 йыллығына сығарылыш уҡыусыһы Әлнисә Кәримова-Алдырханова ҙур бүләк эшләне. Мәктәп коллективы һәм редколлегия: мәктәп директоры Зәһүрә Ҡаһарманова, Мәзүнә Әхмәтйәнова-Баязитова, Рим Исхаков, Фуат Ишморатов, Фәзимә Ниғмәтуллина, Дилә Ирғалина, Әлмира Өмөтбаевалар менән берлектә, Рәүфә Сәфәрғалинаның интернет бәйләнеше ярҙамын файҙаланып, "Сал тарихлы мәктәбем" исемле тарихи китабын әҙерләне. Тыуған мәктәбенә йәнә бер йырлы бүләге - махсус йыр - гимн бүләк итте. Әлнисә Алдырханова һүҙҙәре, Күсей ауылынан Илдар Абдуллин көйөнә яҙылған "Йырлы мәктәп йылдары" йырын композитор башҡарыуында тыңларһығыҙ, ҡушылып йырлап, ҡыңғыраулы мәктәп йылдарын хәтерләп алырһығыҙ.

Йырлы мәктәп йылдары.
Әлнисә Алдырханова һүҙҙәре, Илдар Абдуллин көйө

1.Ирәндегемдең маяғы
Данлы тау Туғажманы.
Йәйәүле Мәхмүт дәртләнеп,
Ҡурайында уйнаны.

Тыуған ауылҡайым Төркмән,
Төйәккәйем Ирәндек.
Киләсәккә юл ярырға
Мәктәбемдә өйрәндек.

Ҡушымта:

Сал тарихын ул һөйләй-һөйләй
Ҡурай көйләй ҙә көйләй.
Еҙ ҡыңғырау йырлай-йырлай
Мәктәбемде ул ҙурлай.

Сал тарихын һөйләй-һөйләй
Ҡурай көйләй ҙә көйләй.
Мәктәбемде данлай-данлай
Еҙ ҡыңғырауы сыңлай.

2.Күңелдә ҡыңғырау сыңлай
Алға саҡыра ҡурай.
Уҡытыусым һабаҡтары
Йырҙар булып яңғырай.
Ҡурайлы ла ҡыңғыраулы,
Йырлы мәктәп йылдары.
Мәңге хәтерҙә һаҡлана
Тыуған мәктәп юлдары.
Альниса Каримова-Алдырханова
Рим Исхаков
Мазуна Ахмедьянова
Фазима Нигматуллина
Диля Иргалина
Ильдар Абдуллин
https://vk.com/wall-195369186_35522
#төркмән