2025-11-25-sm

Ноябрь 24, 2025 Просмотров: 372
22 ноябрь, Күсей ауылында МХО яугирҙәре Таһир Юлай улы һәм Нурйән Нуриәхмәт улы иҫтәлегенә, шулай уҡ Ватанды һаҡлаусылар йылына арнап спорт ярыштары үтте. Был ярыштарҙа беҙҙең мәктәп уҡыусылары һынатманы. Харрасов Салауат, Якупова Миләүшә, Фатхутдинова Фаягөл, Солтангәрәева Мәҙинә, Губайдуллина Гөлсибәр шашки ярышында еңеүсе булдылар, өлкән класс егеттәре волейбол ярышында 3 урын яуланыларҠотлайбыҙ артабан да уңыштар теләйбеҙ!