"Әсәйҙәр бер генә, ҡәҙерен беләйек" исемле байрам концерты үтте

Ноябрь 27, 2025 Просмотров: 242
Төркмән мәҙәниәт йортонда әсә көнөнә арналған "Әсәйҙәр бер генә, ҡәҙерен беләйек" исемле байрам концерты үтте.
Мәктәп уҡыусылары үткәргән байрам концерты һәр кешенең тормошонда әсәлектең мөһимлеген һәм юғары әһәмиәтен тағы бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алды. Балаларҙың сығыштары әсәйҙәргә ҡарата ихлас мөхәббәт, рәхмәт һәм ихтирам тойғолары менән тулы булды. Сара бөтә ҡатнашыусыларҙы һәм тамашасыларҙы берләштерҙе, йылылыҡ һәм берҙәмлек атмосфераһын булдырҙы.Афарин уҡыусылар