ППМИ

Декабрь 4, 2020 Просмотров: 65

Ауылыбыҙ киләсәге – мәктәп

 

Һәр кемебеҙ  өсөн онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдырып,  гөрләп үткән   бала   саҡтар -  мәктәп  йылдары  артта ҡала бара.  Төрлө һөнәр эйәләре булып,  илебеҙҙең төрлө тарафтарынатаралышабыҙ...
Ә ауыл мәктәбе  әле лә, үҙенең  тупһаһында ҡанат нығытҡанҡошсоҡтарын, төплө белем менән оло тормошҡа оҙатып тора.

Әлбиттә, тыуған ауылыбыҙҙы заман менән бергә барған мәктәпһеҙ  күҙ алдына килтереүе лә  мөмкин түгелдер.

Заманға ярашлы Төркмән ауылы мәктәбе лә үҙгәрә, яңыра, төрлө федераль программаларҙа ҡатнашып үҫешә бара:

“Уңайлы мөхит”  программаһына ярашлы  мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн уңайлыҡтар булдырылды, сенсор, тренажер бүлмәләре  асылды.

“Ауылда спортты үҫтереү”  программаһына ярашлы, спортзалында тулыһынса капиталь  ремонт үткәрелде.

Ашхананың иҙәне, электр селтәре, мебелдәре яңыртылды.

Ауыл һәм бәләкәй ҡала мәктәптәре өсөн булдырылған  программа буйынса,«Үҫеү нөктәһе»- цифрлы һәм гуманитар профилле белем биреү үҙәге барлыҡҡа килде.

“Урындағы  башланғыстарҙы яҡлау” программаһына ярашлы мәктәптең тәҙрәләреөлөшләтә заманса пластик тәҙрәләр менән алмаштырылды.

Ҡалған тәҙрәләрҙе алмаштырыу өсөн быйыл тағы ла ошо прогаммала ҡатнашырға булдыҡ. Был бик файҙалы һәм кәрәкле  мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырыға ярамай.

Ауыл халҡы менән йыйылыш үткәрелеп, бер тауыштан мәктәптең тәҙрәләрен алмаштырып бөтөргә тигән ҡарар сығарылды. Программала ҡатнашыу өсөн  сығымдың  күпмелер өлөшө район хәкимиәте, ауыл халҡы,  спонсорҙар ярҙамы менән ҡапланырға тейеш, (шарты шулай),  шул осраҡта сығымдың күпселек өлөшө хөкүмәттән бүленә.

“Күмәкләгән яу ҡайтара” тигәндәй, был  эштеләкүмәк көс менән атҡара алырбыҙ  тигән ышаныстабыҙ.

      Ни тиһәң,  дә хәҙерге замана балаларына заманса ҡараш та талап ителә. Яҡты, йылы, матур, заманса йыһазландырылған мәктәптә уҡыу заман талабы.

Ауылыбыҙ киләсәге – мәктәп балҡып, алыҫтарҙан беҙҙе үҙенә саҡырып торһон.