Боронғонан аманат
Июнь 16, 2021
Просмотров: 67
Йәмле Ирәндек буйындағы Моҫтай ауылында "Боронғонан аманат" төбәк-ара милли байрам үтте. Ҡурайсылар бәйгеһендә Күсей,Иҫәнбәт , Төркмән ауылы уҡыусыларынан төҙөлгән "Ирәндек" ансамбле 3-сө урын яуланы, афарин! Етәксеһе-Хәмзә Хәммәт улы Сәфәрғәлин. Ансамблде ҡымыҙ һәм 2 мең һум аҡса менән бүләкләнеләр.Шулай уҡ Төркмән мәктәбе директоры Зәһүрә Сәғәҙәт ҡыҙы Ҡаһарманова уҡыусыларға премия тапшырҙы. Ҡурайсылар ансамблен еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ, артабан да яңы үрҙәр, еңеүҙәр теләйбеҙ. Уңыштар һеҙгә!