День открытых дверей в Сибайском педагогическом колледже
Апрель 17, 2023
Просмотров: 42
13 апрель 8-9 кластар Бәҙри Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжына "Асыҡ ишектәр" көнөнә барып ҡайтты. Уҡыусылар өсөн бик сағыу программа әҙерләнгән ине. Башта уҡыусылар студенттар ярҙамында әҙерләнгән концерт һәм колледж тураһында видеотаҫма ҡараһа, сараның икенсе өлөшө ярыш формаһында үткәрелде. Сибай ҡалаһының 2 мәктәбенән килгән уҡыусылар менән командаларға бүленеп, "станциялар" аша үтеп, ундағы эштәрҙе үтәп, балдар йыйҙылар. Һәр бер "станцияла" колледжда булған факультеттар тураһында мәғлүмәт алдылар. Уҡыусыларға, айырыуса, информатика станцияһы оҡшаны. Әйткәндәй, яңы уҡыу йылында был бүлектә 25 бюджет урыны булдырылыуы тураһында әйтелде. Һөҙөмтәлә беҙҙең мәктәп командаһы 2 урын яуланы (капитан команды - Салауат Телявкабулов).
Профориентация эше булараҡ сараны оҡшатып, уҡытыусы һөнәре менән ҡыҙыҡһынған уҡыусылар ҙа булды.
Профориентация эше булараҡ сараны оҡшатып, уҡытыусы һөнәре менән ҡыҙыҡһынған уҡыусылар ҙа булды.