1. Ученикам
  2. Новости
  3. Башкорт теле азналыгы

Башкорт теле азналыгы

Октябрь 14, 2020 Просмотров: 59

Төркмән урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Башҡортостан Республикаһының тыуған көнөн лайыҡлы ҡаршылау маҡсатында ҡабул ителгән планына ярашлы, аҙна дауамында төрлө саралар үткәрелеп барҙы.

6 октябрь –“Туған телгә 100 аҙым” тигән башҡорт теленә арналған акцияла шағирҙарҙың, яҙыусыларҙың шиғырҙарын тасуири уҡыу үткәрелде.

7октябрь –Китапханала Башҡортостанға арналған тематик мөйөш булдырылды. Төрлө газета,журнал материалдары менән дә үҙебеҙҙең тематик мөйөштө байыттыҡ.

8 октябрь– “Дан йырлайым һиңә ,тыуған яғым!”тигән (8-11-се класс уҡыусылары өсөн иншалар конкурсы үткәрелде.11-се класс уҡыусылары Әминева Нәркәс һәм Мусина Гөлназ, 9-сы класс уҡыусыһы Солтанғолова Нәркәс еңеүсе тип табылды. 9 октябрь-"Песня ветра " киноһын ҡарау,тематик класс сәғәттәре үтте.
10 октябрь- Тыуған еребеҙҙең матурлығына арналған фотолар күргәҙмәһе ойошторолдо.